Гагарин урамында 1991 йылда сафҡа ингән йорттоң стеналары ямғыр яуған һайын зыян күрә. Һыу баҫыуҙан ҡыйыҡҡа ҡуйылған өҫтәмә конструкциялар ҙа ҡотҡара алмай. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Стенанан шарлауыҡ булып аҡҡан һыу һәм үңәҙле “биҙәктәр”. Гагарин урамы 22 кәсер 1 йорт адресы буйынса йәшәүселәр ямғыр яуған һайын ошондай күренешкә шаһит булырға мәжбүр. 12-се ҡаттан 6-сыға тиклем һыу баҫа, ти п зарлана йортта йәшәүселәр.
Мәсьәләне хәл итеү өсөн өс йыл элек идарасы компания ҡыйыҡҡа металл конструкция ҡора. Ул стеналарҙы ямғырҙан һаҡларға тейеш була. Ләкин милек хужалары билдәләүенсә, система файҙаһыҙ булып сыға. Былтыр металл конструкцияға һыу ағыҙыусы торба ялғана. Тик был да ваҡыт һәм сығымдарҙы бушҡа әрәм итеү генә була.
Милекселәр идарасы компаниянан һыу ағыҙыусы торба менән металл констркцияны һүтеп алыуҙы һорай.
Фатир милекселәре прокуратураға ебәргән мөрәжәғәттән яуап көткән арала идарасы компания смета төҙөп, былтыр башҡарылған эштең акттарын күрһәтә. Ләкин яҙылған ҡағыҙҙар менән генә ҡыйыҡты ремонтлап булмай.
Әлфинә Килдейәрова