Башҡортостан ғалимдары тере компоненттары булған «яһалма тупраҡ» эшләп сығарыу менән мәшғүл

Фән менән шөғөлләнеүсе йәштәр тере компоненттары булған «яһалма тупраҡ» эшләп сығарыу менән мәшғүл. Нанотехнологиялар ярҙамында ғилми тикшеренеүҙәр Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт университетының Евразия фәнни-белем биреү үҙәге лабораторияһында алып барыла.

Яһалма микросистема ылымыҡ, цианобактериялар һәм гидрогель ярҙамында үҫенте орлоҡтарын уратҡан 3-5 сантиметр ҙурлыҡтағы шарҙы хәтерләтә. Ямғыр яуғанда йәки һыу һипкәндә гель етерлек миҡдарҙа дым туплай, шар ирей, орлоҡтар тиҙ шытым бирә,шул уҡ ваҡытта ер органик матдәләр менән байый.

Яһалма тупраҡты нефть табыуҙа һәм транспортировкалауҙа, уңдырышһыҙ зоналарҙа ер структураһын яҡшыртыуҙа ҡулланырға мөмкин. Гидрогель орлоҡтарҙы тейешле миҡдарҙа дым менән байыта. Шуға күрә был ысул ярҙамында уңдырышһыҙ тип һаналған ҡом-ташлы ерҙә мул уңыш алырға мөмкин.

Лира Ғайсина, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының тәбиғи фәндәр һәм география факультеты профессоры

«Тере гидрогель» ҡулланыу фәнни тикшеренеүҙәрҙә аралашсы звено булып тора. Был тикшереү барышында уңдырышһыҙ тип һаналған ҡом, балсыҡ, керамзитта үҫемлектәр үҫһен өсөн гидрогелгә микроскопик ылымыҡтар һибелә. Аралашсы звенола тикшеренеүҙәр менән тәбиғи фәндәр һәм география факультетының 4-се курс студенты Екатерина Ризуанова уңышлы тәжрибәләр яһай.

Гидрогель ҡулланыу бик отошло: һыу һибеү йышлығын кәметергә булышлыҡ итә. Үҫемлектәр был ысулды ҡулланғанда тәбиғи ямғырҙарҙан үҙенә етерлек дым туплай ала.

Екатерина Ризуанова, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының тәбиғи фәндәр һәм география факультеты 4-се курс студенты