«Йәйғор» балалар лагерының тәүге сменаһы хәрби темаға бағышлана

Отряд түгел, взводтар, ә вожатыйҙар урынына ысын хәрбиҙәр. Бөгөн үҙ эшен башлаған «Йәйғор» балалар лагерының тәүге сменаһы хәрби темаға бағышлана. «Рәсәй Гвардияһы» тип исемләнгән смена балаларҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә йүнәлтеләсәк. Ял комплексында 130 бала каникулын үткәрәсәк, уларҙың күп өлөшө - баш ҡала мәктәптәренең кадет кластары уҡыусылары. Үҫмерҙәр хәрби лагерҙа нимәгә өйрәнә? Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.

Һауа-десант ғәскәрҙәре гимнына әүерелгән йырҙы үҫмерҙәр ихлас башҡара. Был лагерҙа отрядтар түгел, ә взводтар. Бында ҡоро ер, һауа, ғәскәрҙәре, хәрби-диңгеҙ флоты «хәрбиҙәре» бар. Лагерҙың тәүге сменаһын асыу тантанаһында гвардеецтар тигеҙ сафта үтә. Улар бында бер нисә көн генә, ә һөҙөмтәләр әле үк һоҡландыра.

Уҡтан атыу - хәрби лагерҙа өйрәнеләсәк күнекмәләрҙең береһе. Традицион ҡоралды махсус уҡ алмаштыра. Йәйәлә уйым булдырылған, кереш еңелерәк тартыла. Күнекмәнән хатта, ҡулы йәрәхәтләнгән үҫмер баш тартмай. Ысын хәрбиҙәрсә.

Пневматик ҡоралдан төҙ атыу - һәр бер хәрбиҙең мотлаҡ оҫталығы. Мәргәнлектә йәш, енес, вазифа роль уйнамай: сәп алдында барыһы ла бер. Мәргәнлеген Ҡоролтай депутаты ла һынап ҡарай. Салауат Хөсәйенов - әрме хеҙмәтен үткән кеше, таһыллығын юғалтмаған.

Ҡоралдан атыу ғына етмәй. Уны һүтеп, кире йыя белергә лә кәрәк. Хәрби шарттарҙа оҫталыҡтың тиҙлеге роль уйнай. Лагерҙа ошо маҡсатта ҡоралдарҙың тулы күсермәһе файҙаланыла. Балалар өсөн ул хәүефһеҙ.

«Йәйғор» лагеры ошо көндәрҙә быйылғы эшен башланы. Ойоштороусылар сменаға әҙерләнгән: хәүефһеҙлек талаптары күрелгән, биналарҙа ремонт эшләнгән.

Бай тарихлы «Йәйғор» лагеры хәрбиҙәр тәрбиәләгән майҙан. Иң мөһиме балалар бында илһөйәрлек мәктәбе үтеп сынығыу ала, көс туплай.

Рәзилә Ғиниәтуллина