Мәктәп уҡыусылары эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәрен өйрәнә

«Беренселәр хәрәкәте» Бөтә Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәте бүлексәһе ойошторған фестивалдә республика төбәктәренән 14 йәштән 17 йәшкәсә 400-ҙән ашыу бала һәм уларҙың остаздары ҡатнашты. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҙған сарала уҡыусылар эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү серҙәрен өйрәнде.

Үҙ эшеңде нисек һайларға һәм асырға, уның өсөн идеялар, шарттар кеүек темаларға федераль һәм төбәк белгестәре лекциялар уҡыны. Алған белемдәре ярҙамында йыл дауамында балалар үҙҙәренең тәүге бизнес-проектын булдыра аласаҡ. Беренсе тапҡыр ойошторолған сарала уҡ ҡатнашыусылар араһында үҙ бизнес-проекттарын яҡланы.