Күгәрсен районы Мораҡ ауылының Төньяҡ биҫтәһендә «Уңайлы ҡала мөхите»« федераль проекты ярҙамында парк төҙөкләндерелә. Ауыл эсендәге элек буш торған урын халыҡтың йыйылып ял итеү урынына әйләнәсәк. Бының өсөн бөтә майҙансыҡтар уйланылған. Парк йәшелләндерелә, резина япма ҡоролмаһы түшәлә, скейт-майҙансыҡ элементтары ҡуйыла, ҡоймаларҙы буяла. Проект 9 миллион һумдан ашыуға тормошҡа ашырыла.