Бөрйән районынан Илгиз Муллағолов ағастан күҙҙең яуын алырлыҡ йорт йыһаздары эшләй

Бөрйән районының Иҫке Монасип ауылында йәшәгән Илгиз Муллағолов ағастан күҙҙең яуын алырлыҡ йорт йыһаздары эшләй. Оҫтаның ҡул эштәрен яҡташтары ла, сит яҡтарҙан да ҙур теләк менән менән алалар. Экологик яҡтан таҙа, уңайлы һәм зауыҡлы тауарға ихтыяж ҙур. Бөрйән кәсепсеһенең ижад емештәрен БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова ла барып күрҙе.

Ағиҙел буйындағы бөҙрә талдарҙың зауыҡлы, зиннәтле йорт йыһазына әйләнеүенә ышанырлыҡ та түгел. Әммә оҫта ҡулдары мөғжизә тыуҙыра. Илгиз Муллағолов ултырғыс, өҫтәл, бәүелсәктәр өсөн һығылмалы ағастарҙы ғына ҡырҡа. Артабан инде бер тигеҙҙәрен генә һайлап йорт йыһаздары үрә. Был кәсеп менән ул 5 йыл элек шөғөлләнә башлай. Йылдан-йыл эшләгән әйберҙәр ҙә камиллаштырыла, заманса материалдар ҙа ҡулланыла. Әле оҫта талды яһалма ротанг ебе менән урата башлаған. Матур ҙа, ныҡ та.

Уңайлы, матур, экологик яҡтан таҙа йорт йыһаздарына ихтыяж ҙур. Хатта сит өлкәләрҙән дә һорап киләләр. Илгиз Муллағолов һәр йорт йыһазын үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ итеп башҡарырға тырыша. Ҡул эше алыҫтан күренеп, иғтибарҙы йәлеп итеп торорға, магазин әйберенән айырылырға тейеш, ти ул.

Бөрйән районында Илгиз Муллағолов һымаҡ кәсепселек менән шөғөлләнгән оҫталар күп. Хәҙер улар дәүләт ярҙамына ла ышана ала. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән алтын ҡуллы кәсепселәргә субсидиялар бүленә, дәүләт наградаһы булдырыла.

Башҡортостагда кәсепселектең төрлө төрҙәре үҫешкән. Ағастан, аҫыл таштарҙан, тимерҙән, туҡыманан мөғжизә тыуҙрыусылар бар. Улар халҡыбыҙҙың быуаттар буйына һаҡланған шөғөлдәрен йәш быуынға тапшыра, кәсепселектең юғалыуына юл ҡуймай. Дәүләт ярҙамы оҫталар һәм өйрәнсектәр мәктәбен үҫтереүгә лә, күңелгә ятҡан шөғөлдө матди табыш сығанағына әйләндерергә лә ярҙам итәсәк.

Рәмзиә Кәримова