Өфө клубынан йәш һаҡсы Василий Шумилов карьераһын Череповецта дауам итә. 19 йәшлек уйында "Толпар" өсөн 193 уйын үткәрҙе, 14 шайба индерҙе, 60 һөҙөмтәле пас бирҙе. Юлаевсыларға 25 йәшлек һаҡсы Семен Луговяк ҡушыла. Ул "Северсталь" өсөн 49 уйында 8 һөҙөмтәле пас бирҙе.