Был турала ҡала хакимиәтенән хәбәр итәләр. Әле проектлау документтарын тәртипкә килтереү буйынса эш алып барыла. Һәйкәлгә реставрация талап ителә. Уның ҡайһы бер урындары тутыҡҡан, нигеҙе ергә һеңгән, башҡа етешһеҙлектәр табылған. Монумент Көнсығыш Европала иң бейек һыбайлы скульптура булып тора. 1974 йылдан һәйкәл дәүләт һағына алынған.