Бөгөн республиканың 28 районында ауыл эшсәндәрен тәбрикләйҙәр. Байрам кешеләрҙе төрлө бәйге, уйындар, спорт ярыштары, күргәҙмә, йәрминкәләре менән үҙенә ылыҡтыра. Шулай ҙа һабантуйҙың төп батырҙары – сәсеү алдынғылары. Уларҙы тәбрикләү тантаналары һәм сағыу сығыштарҙан торған тамаша ойошторола. Республикала ҡабул ителгән ҡанунға ярашлы һабантуй көнөндә муниципалитеттарҙа спиртлы эсемлектәр һатыу тыйыла.