Башҡорт халҡының милли батыры тыуыуына 269 йыл тулыуға арналған сараға республиканан төрлө ижади коллективтар йыйыла. Үҙешмәкәр башҡарыусылар конкурсынан тыш, милли спорт төрҙәре буйынса ярыштар уҙғарыла. “Беҙ Салауат тоҡомо” республика конкурсы барышында ир-егеттәр араһында “Салауат батыры” һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында “Йөҙөк ҡашы – Зөләйха” титулы хужалары асыҡлана. Күп алыш буйынса командалар араһында “Салауат бәйгеһе” уҙа.