Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, диспансерлаштырыу дауам итә. 18-39 йәшлектәргә — өс йылға бер, ә 40 йәштән өлкәндәргә йыл һайын үтергә кәңәш ителә. Бынан тыш, «Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк» акцияһы уҙа. Өфө табиптары ауыл кешеләрен ҡабул итә. Бөгөнгә 52 меңгә яҡын кеше һаулығын тикшерткән.