Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан махсус хәрби операция биләмәһенән ҡайтҡан бер төркөм табиптар һәм шәфҡәт туташтары, водителдәр һәм ирекмәндәргә бөгөн дәүләт наградалары, рәхмәт хаттары тапшырылды
Республика башлығы Радий Хәбиров исеменән ирекмәндәрҙе Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин ҡотланы. Ул үҙ теләге менән махсус хәрби операция биләмәһендә эшләп ҡайтҡан белгестәргә фиҙәҡәр хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Башҡортостанда ирекмәндәр хәрәкәте әүҙем эшләй, табиптар һәм шәфҡәт туташтары махсус хәрби операция биләмәһенә даими юллана.
Ирекмән табиптар, шәфҡәт туташтары, водителдәр ике айҙан ашыу Луганск халыҡ республикаларында хеҙмәт вахатаһын үтәгән. Аҡ халалтлылар урындағы халыҡҡа заманса медицина ярҙамын күрһәтә.