Рәсәйҙә быйылдан Берҙәм һалым иҫәбе индерелде

Яңылыҡ федераль ҡаҙнаға һалым түләү ваҡытын ҡыҫҡартырға, эш тәртибен еңелләштерергә булышлыҡ итә.

Яңы системаға ярашлы һәр бер һалым түләүсегә Берҙәм һалым иҫәбе асылған, унда күпме һалым һәм иғәнәләр түләнгәне асыҡтан-асыҡ күренеп тора. Ул бигерәк тә эшҡыуарҙар өсөн уңайлы. Берҙәм халыҡ иҫәбе финанс операцияларын кәметергә булышлыҡ иткән, сөнки хәҙер түләүҙәрҙе күпләп үткәрергә кәрәкмәй, барыһы ла бер урында, эш автоматлаштырылған. Заманса система түләү календарын да ябайлаштырған.

Берҙәм һалым иҫәбе бар түләүҙәрҙе автоматлаштырылған рәүештә башҡарырға булышлыҡ итә, күпләп документтар тултырырға кәрәкмәй. Тағы ла шуны өҫтәргә кәрәк, системаның эш механизмы туҡтауһыҙ камиллаштырыла. Әле Һалым Кодексына индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, Берҙәм һалым иҫәбенән аҡса тәү сиратта төбәк ҡаҙнаһына күсерелгән өҫтәмә хаҡҡа һалым өсөн алына.

Андрей Агапов, Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе

Яңы системаның үҙенсәлектәре менән Рәсәй һалым хеҙмәтенең «Берҙәм һалым иҫәбе» тигән махсус битендә танышырға мөмкин. Унда һалым түләүселәр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған бар һорауҙарға яуап таба ала. Шулай уҡ берҙәм контакт үҙәгенә шылтыратырға мөмкин. Мөрәжәғәт итеү өсөн телефон һандары: 8-800-222-22-22.