Башҡортостандан 20 уҡыусы һынауҙарҙа 100 балл алыуға өлгәшкән, уларҙың өсәүһе география, береһе рус әҙәбиәте, 16-һы химия фәненә тура килә. 598 бала имтиханда 81 балл йыйыған. Һынауҙарҙа барлығы 3 мең 249 кеше ҡатнашҡан.
Әле 9-сы һәм 11-се класс уҡыусыларының дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы дауам итә.Баймаҡ ҡалаһының икенсе һәм өсөнсө мәктәптәре имтихандар тапшырыу урыны булып тора. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Ҡаланың 3 мәктәбенә 11 кластар үҙҙәре һайлаған тарих һәм физика фәне буйынса һынау тотоу өсөн йыйылды. Баймаҡ лицей интернатынан Нурия Иҙрисова иптәштәре менән уҡытыусылары Нәсимә Азаматованың оҙатыуында килде. Уҡыусылар үҙҙәрен ышаныслы,тыныс тота. Сөнки улар һайлаған предметтары буйынса яҡшы әҙерлекле.
Быйыл районда 11 класты 191, ә туғыҙынсыны 884 уҡыусы тамамлай.Тәүге һынау 24 май үтте. Берҙәм дәүләт имтиханы өсөн ҡаланың 3 һанлы мәктәбе, ә дәүләт йомғаҡлау атесттацияһы өсөн 2 һанлы мәктәптәр әҙерләнде. Барлыҡ ҡағиҙәләр теүәл үтәлеп килә. Һуңғы имтихан 19 июнгә тәғәйенләнгән.
Имтихандар тапшырыу ваҡыты -уҡыусылар өсөн генә түгел, ата‐әсәләр гә лә мөһим осор. .Балалар яҡшы баһа, үҙҙәре өмөт иткән һөҙөмтәләргә өлгәшһен өсөн уларға әҙерлек мәлендә терәк‐таяныс булыу бик кәрәк