Өфөнөң Совет майҙанында Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин исемендәге ирекле батальон һалдаттарын оҙатыу тантанаһы үтте. Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Хәрби әҙерлек пунктарына юлланған ир-егеттәрҙе оло хөрмәт менән туғандары, яҡындары һәм республика йәмәғәтселеге оҙатып ҡалды. Ирекле батальондан тыш алғы һыҙыҡҡа матди-техник һәм ремонт ротаһы юлланды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Ватан өсөн йөрәк ҡушыуы буйынса махсус хәрби операцияға юлланған ир-егеттәр бер майҙанда. Төрлө йәштәге, төрлө милләтле, төрлө һөнәр буйынса эшләгән һалдаттарҙы илһөйәрлек хистәре берләштерә.
Ир-егеттәрҙең күбеһе быға тиклем армияла хеҙмәт иткән. Хәрби тәжрибәһе булған, ҡыҙыу бәрелештәрҙә ҡатнашҡан яугирҙар ҙа байтаҡ. Һалдаттарҙың ғаилә ағзалары хәрбиҙәрҙе ышаныс һәм еңеүгә өмөт менән оҙатты.
Башҡортостанда ойошторолған сираттағы ирекле батальон Советтар Союзы геройы Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин исемен йөрөтә. Миәкә районы Өршәкбаш-Ҡарамалы ауылында тыуып үҫкән геройҙың һоҡланырлыҡ тормош юлын яҡташтары яҡшы хәтерләй, шуға ла улар һалдаттарға аҡ юл теләп ҡалыр өсөн килгән.
Төбәк етәксеһе яугирҙарға рәхмәт белдереп, егеттәргә һәм уларҙың ғаиләләренә күп яҡлы ярҙам күрһәтеләсәк тип белдерҙе. Оҙаҡламай махсус операция биләмәһендә ике меңдән ашыу яугирҙы берләштергән башҡорт полкы ойошторолоуы тамаланыу алдында.
Хәрби әҙерлек пунктарына юлланған ир-егеттәрҙе оло хөрмәт менән туғандары, яҡындары һәм республика халҡы оҙатып ҡалды. Ирекле батальондан тыш махсус операция биләмәһенә матди-техник һәм ремонт ротаһы юлланды. Улар барыһы ла уртаҡ теләк - Еңеү өсөн алыҫ сәфәргә сыҡты.
Флорида Ким