Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Сибай территориаль комитеты быйыл тәбиғәтте һаҡлау закондарын боҙоуҙың 64 осрағы асыҡланған. Баймаҡ, Йылайыр, Ейәнсура, Хәйбулла райондары, шулай уҡ Сибай һәм Баймаҡ ҡалаһы ингән биләмәгә эшсе төркөм йыш рейдтарға сыға. Урындағы халыҡ ярҙамы ла булышлыҡ итә. Йыл башынан ғына мәҫәлән, 139 сара уҙғарылған. Сираттағы рейд барышын БЮТ ижади төркөмө лә күҙәтте.
Үҙен биләмә һаҡсыһы итеп таныштырған ир ойошманың ике йыл эшләмәүен белдерҙе. Уның фекеренсә бөгөн алтын йыуыуҙа тотолған ҡоролмалар һүтеп, күсереп алынасаҡ. Был Күсей ауылы эргәһендәге «Графское» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт алып барған биләмә. Уларҙың лицензияһы ер аҫты байлыҡтары менән намыҫһыҙ файҙаланыуға бәйле ғәмәлдән сығарыла. Эш туҡталыуына ҡарамаҫтан, урындағы халыҡ, яуаплы органдар тарафынан контролдә ҡала. Шул иҫәптән, Урал аръяғында файҙалы ҡаҙылмалар менән шөғөллөнгән башҡа участкалар ҙа.
Лицензиялар республика һәм федераль кимәлдә бирелгән. Алтын йыйыусы ойошманан тыш, урында төҙөлөш таштарын сығарыуҙы яйға һалған компания ла бар. Уның эше ваҡытлыса былтыр туҡтатылған.
Ошо маҡсатта урындағы халыҡ менән тығыҙ бәйләнеш булдырыла. Әлеге көндә Күсәй, Басай һәм Иҫәнбәт ауылдарының һәр береһендә инициатив төркөм төҙөлгән. Улар тап файҙалы ҡаҙылмалар ҡаҙыу менән шөғөлләнгән компания эшмәкәрлегенә күҙәтеү алып бара.
Был эште тағы ла яйға һалыр тигән өмөттә ҡала төбәк халҡы. «Графское» һәм «Весна» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәренең эштәре әле судҡа барып еткән. Быға тәбиғәткә килтергән зыян күләме генә түгел, мәҙәни-тарихи экспертизаларҙы һанға һуҡмауҙары ла сәбәпсе булып тора.
Әйткәндәй, Урал аръяғында Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу экология министрлығына ҡараған ике территориаль комитет эшләй. Береһе Сибайҙа урынлашһа, икенсеһе Белоретта. Белорет ҡалаһындағы эшсе төркөм быйыл мәҫәлән, тәбиғәтте һаҡлау закондарын боҙоуҙың 56 осрағы асыҡланған. Файҙалы ҡаҙылма байлыҡтары менән эш иткән ойошмаларҙың эшенә бәйле һорауҙар менән һәр кем мөрәжәғәт итә ала. Телефон һандары һәм территориаль комитеттың адресы:Белорет ҡ. Точисский урамы, 23. тел.: 8 (34792) 3-42-59; Сибай ҡ. Ленин урамы, 38. тел.: 8 (34775) 2-86-01
Азат Ғәлиуллин