«Балалар күҙлегенән экология» һүрәттәре конкурсына йомҡаҡ яһалды.

Йәш экологтар тәбиғәт һағында. Изге ғәмәлдәр проекты сиктәрендә Өфөнөң балалар экология-биология үҙәгендә «Балалар күҙлегенән экология» һүрәттәре конкурсына йомҡаҡ яһалды.

Конкурс район- ара тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһы, тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы тарафынан ойошторолдо. Балалар үҙ ижадында хозур тәбиғәтте сағылдыра, уны һаҡлауҙың мөһимлеге, кәрәклеге хаҡында һөйләй. Бынан тыш балаларға экодәрес тә үткәрелде.Башҡортостан район-ара тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһы вазифаһын башҡарыусы Рушан Хәйретдинов был конкурстың балалар өсөн әһәмиәтле булыуын билдәләне. Экологияға арналған ярыштар аша бала һәм үҫмер йылдарынан уҡ малай -ҡыҙҙарҙа тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләнә.

Экология темаһын яҡтыртҡан һүрәттәр конкурсына балаларҙан биш тиҫтәнән ашыу эш тәҡдим ителгән. Улар араһында София Гәрева, Айгизә Мәхмүтоваларҙың һүрәттәре беренсе дәрәжәле диплом менән баһаланды.Тәбиғәттә ял иткәндән һуң сүп-сар ташламау, рәхмәтле була белеү, өлкәндәргә ихтирамлы , иғтибарлы булыу, ағас ултыртыу. Был эштәрҙә Өфө экологтары ла әүҙемлек күрһәтә.