Башҡортостан юлдаш телевидениеһында йыл дауамында барған тапшырыу бөгөн Ейәнсура ерлегендә күләмле милли аш-һыу байрамы менән тамамланды. Был проект Башҡортостан Башлығы грантына, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан мәҙәниәт министрлығы, Ейәнсура районы хакимиәте ярҙамында тормошҡа ашырылған. Халыҡтар берҙәмлеген нығытыуға йүнәлтелгән телевизион проектты йомғаҡлау сараһында Башҡортостан Башлығы ла ҡатнашты. Радий Хәбиров Ейәнсураға эш сәфәре барышында район һабантуйында һәм төбәктең социаль учреждениеларында ла булды. Төп темалар хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Өҫтәлдәр Башҡортостанда йәшәгән төрлө милләт халыҡтарының һый-ниғмәттәренән һығылып тора. Әммә «Тәмле» проекты аш-һыу тураһында ғына түгел, уның нигеҙендә милләт-ара дуҫлыҡ, берҙәмлек кеүек төшөнсөләр ята. Проект һәр халыҡтың милли үҙенсәлектәрен, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, тарихын да пропагандалай.
«Тәмле» проекты Башҡортостан башлығы грантына ғәмәлгә ашырыла. Йыл дауамында ижади төркөм республиканың төрлө төбәктәренә гастрономик сәйәхәткә сыға, эфирға ике тиҫтә тапшырыу әҙерләй. Алып барыусылар Наил Юнысов менән Лилиә Ҡорамшина, уларҙың береһе аш-һыу әҙерләүҙә ҡатнашһа, икенсеһе ошо ерлектең милли-мәҙәни хазиналары менән таныштыра. Радий Хәбиров проекттың милләт-ара татыулыҡты, дуҫлыҡты нығытыуҙағы әһәмиәтен юғары баһаланы.
Тәмле тирмәһенең түрендә бөгөн көлсә, байрамдың символы итеп тап ошо ризыҡ төрө һайланыуы осраҡлы түгел. Һәр халыҡта түңәрәк формала бешерелгән икмәк продукцияһы бар. Уның атамаһы төрлөсә, бешереү технологияһы, тәме айырыла, әммә асылы бер, ҡояш һымаҡ түңәрәк икмәк яҡтылыҡ, тыныслыҡ, берҙәмлек билдәһе. Байрамда көлсә бешереү буйынса оҫталыҡ дәресе лә ойошторолдо.
Майлы икмәк, көлсә, күптермәк, пештени, жәймә. Ошо бер ризыҡ буйынса ғына тотош республика картаһын күҙалларға мөмкин. Ил Президенты Владимир Путин әйткәнсә, Башҡортостанда, һыу тамсыһындағы кеүек, мәҙәниәттәр, телдәр, диндәр төрлөлөгө менән Бөтә Рәсәй сағыла. «Тәмле» проекты ошо хәҡиҡәткә асыҡ дәлил. Милли аш-һыу туҡланыу сығанағы ғына түгел, ул уңышлы бизнес-проект нигеҙенә лә ята ала. Байрам тирмәһендә ошо темаға арналған стратегик сессия ла ойошторолдо.
Ейәнсура районында бөгөн һабантуй ҙа гөрләй. Төбәктең ер хужалары байрамды күтәренке кәйеф менән ҡаршы ала. 40 мең гектарҙан ашыу майҙанда ауыл хужалығы культуралары сәселгән. Аграрийҙарҙың мул уңышҡа өмөтө ҙур. Ейәнсурала үҫемлекселек тармағынан тыш малсылыҡ та үҫешкән. Район республикала ыуаҡ мал иҫәбе буйынса беренсе, малдың дөйөм шартлы күрһәткесе буйынса өсөнсө урын биләй. Радий Хәбиров билдәләүенсә, юғары күрһәткестәр ейәнсураларҙың фиҙаҡәр хеҙмәте емеше.
Һабантуйҙа ялан батырҙары, хеҙмәт алдынғылары тәбрикләнде. Байрам милли уйындарҙан, спорт ярыштарынан гөрләп торҙо. Майҙан буйлап теҙелгән тирмәләрҙә иһә халҡыбыҙҙың боронғо көнкүреше, милли йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, аш-һыу өлгөләре менән танышырға мөмкин. Байыш ауылы хакимиәте махсус хәрби операцияға арналған экспозиция әҙерләгән.
Һабантуй халыҡ көтөп алған милли байрам. Ул халыҡтар берҙәмлеген сағылдырыусы сара ла булып тора. Әлеге ҡатмарлы шарттарҙа беҙ тап берҙәмлек менән ныҡ һәм көслөбөҙ!
Рәмзиә Кәримова