Был документҡа Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмалары араһындағы Халыҡ-ара шашка турнирында ҡул ҡуйылды. Уйындарҙы асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәй шашка федерацияһы президенты Анатолий Никитин ҡатнашты.
Өфөгә 15 илдән - Әзербайжан, Әрмәнстан, Белоруссия, Бразилия, Һиндостан, Иран, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Ҡытай, Монголия, Пакстан, Тажикстан, Төркиә һәм Үзбәкстандан 32 спортсы килгән. Ярыштарҙың тәүге партиялары 6 июндә үтте, ә 10-12 июндә ярымфинал менән финал уҙа.
Радий Хәбиров шашка буйынса ике халыҡ-ара гроссмейстерға Салауат Юлаев ордены тапшырҙы. Дәүләт наградаларына Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәге спортсыһы, ун тапҡыр донъя чемпионы Александр Георгиев менән донъя чемпионы Тамара Таңһыҡҡужинаның тренеры, ун тапҡыр донъя чемпионы Алексей Чижов лайыҡ булды. Сарала Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәре, Рәсәй шашка федерацияһы һәм башҡа ил-ойошмалары араһында шашка уйынын үҫтереү өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө.