Өфөнөң Совет районында теркәлгән янғын осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды

Эш Рәсәй тәфтиш комитетының Совет районы тәфтиш бүлеге тарафынан, Енәйәт кодексының 217 статьяһына нигеҙләнеп асылды. Хәүефле производство объекттарында сәнәғәт хәүефһеҙлеге талаптарын тейешенсә үтәмәү осрағы тикшерелә.

Тәфтишселәр фекеренсә, Өфөнөң Бәләкәй Силикатная урамында урынлашҡан объектта, резервуарҙағы тиҙ тоҡаныусан матдәләр менән файҙаланғанда билдәһеҙ кеше сәнәғәт хәүефһеҙлеге һәм хеҙмәт именлеге талаптарын инҡар иткән. Янғын һөҙөмтәһендә объекттағы хеҙмәткәрҙең тәне бешеп төрлө тән йәрәхәттәре алған. Әле тәфтишселәр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығы вәкилдәре менән берлектә янғын урыны тикшерелә, хеҙмәткәрҙәрҙән һәм шаһиттарҙан һорау алына.