Башҡортостан Республикаһы Мотлаҡ медицина страховкалау төбәк фонды өс тиҫтә йыл эсендә халыҡтың демографик хәлен яҡшыртыу һәм сәләмәтлек һағында тора. Рәсми вәкилдәр, тармаҡ хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары Өфөлә республиканың төп концерт залына тәбрикләү тантанаһына йыйылды. Мотлаҡ медицина страховкалау фонды аша стационар, амбулатор-поликлиника, ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәттәре финанслана.
Республика халҡы бушлай профилактик тикшеренеүҙәр, диспансеризация үтә, юғары технологиялы медицина хеҙмәте алыу мөмкинлегенә эйә. Дауалау учреждениелары заманса ҡорамалдар һатып ала, медицина хеҙмәткәрҙеренең белемен камиллаштыра. Медицина ярҙамын күрһәтеүҙе контролдә тотоу мәсьәләләре лә төбәк мотлаҡ страховкалау фонды хеҙмәткәрҙәре иңендә. Мәртәбәле ҡунаҡтар янына ведомствоға нигеҙ һалыусы ветерандар ҙа саҡырылған. Тармаҡтың иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Рәхмәт хаттары һәм Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.