Башҡорт дәүләт медицина университетында төрлө йылдарҙағы сығарылыш курстарының осрашыу кисәләре үтте

Белем усағына уҡыу йортон 50 һәм 30 йыл элек тамамалаусылар йыйылды. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Теүәл 50 йыл элек кеүек иҫтәлеккә фото. Тәжрибәле белгестәр, уларҙың иңендә ҡотҡарылған меңәрләгән кеше ғүмерҙәре. 1973 йылда дауалау һәм педиатрия кафедраһы 465 студентты оло юлға сығарған. Улар йүнәлеш буйынса Советтар Союзының төрлө төбәктәренә һәм ҡалаларына ебәрелә. Ярты быуаттан һуң курсташтар бер-береһе менән осрашырға, йәшлек йылдарын иҫкә алырға йыйылды.

Был быуын табиптарын Бөйөк Ватан һуғышы госпиталдәрендә эшләгән медиктар уҡытҡан. Улар беҙҙең хәтерҙә юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдырҙы, тип сығарылыш кисәһендә ҡатнашыусылар остаздарын да иҫкә алды. 50 йыл элек медицина белеме алып, инде 70-те үткән аҡ халатлыларҙың ҡайһы берҙәре әле лә арымай-талмай дауалау өлкәһендә эшләүен, фәнни эҙләнеүҙәрен дауам итә. Йәш коллегаларына үҙҙәренең тәжрибәһе менән уртаҡлаша.

Улар дауалап ҡына ҡалмай, моңло йырҙар ҙа башҡара. Микрофон артында фтизиатр, гитарала хирург, ә барабан артында реаниматолог уйнай. “Красные Кресты” рок-төркөмө ярты быуаттан һуң тыуған университетында сығыш яһаны.

Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡыу йортон 30 йыл элек тамамлаусылар өсөн дә осрашыу кисәһе үтте.

Педиатрия факультетын тамамлаусылар Башҡортостан һәм Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау учреждениелары, шәхси клиника етәкселәре, әйҙәүсе белгестәр булып эшләй. Күптәренең хеҙмәте юғары наградалар менән баһаланған.

Тик медицина университетын тамамлаусылар ғына йыл һайын осраша, башҡа вуздарҙа юбилей даталарҙа ғына йыйылыу ҡаралған. Был беҙгә биргән тәрбиә менән бәйле тип уйлайым. Беҙҙе бер-беребеҙгә иғтибарлы, бергә булырға өйрәттеләр.

Ирек Ниғмәтуллин, анестезиолог-реаниматолог

Әгәр рәссам үҙенең картиналарында, ә яҙыусы әҫәрҙәрендә йәшәһә, табиптар иһә үҙе дауалаған һәр кешелә. Әле Башҡорт дәүләт медицина университетында 7 меңдән ашыу студент белем ала. Уларға тәжрибәле коллегалары лайыҡлы маяҡ булып тора.

Әлфинә Килдейәрова