Октябрьский ҡалаһында йәшәүсе Фәнүзә менән Альберт Ғибәҙуллиндар алтын туйҙарын билдәләне

ЗАГС-ҡа ретроавтомобилдә. Ошо көндәрҙә Октябрьский ҡалаһында йәшәүсе Фәнүзә менән Альберт Ғибәҙуллиндар алтын туйҙарын билдәләне. Өлгөлө ғаилә парының иҫтәлекле көнөн балалары сағыу ваҡиғаға әйләндергән. Үҙенсәлекле туйҙы БЮТ ижади төркөмө лә күҙәтте.

Ғаилә тормошоноң ярты быуатлыҡ юбилейын билдәләгән Фәнүзә һәм Альберт Ғибәҙуллиндар Октябрьский ҡалаһының хөрмәтле кешеләре. Бынан 50 йыл кеүек үк, улар ҡала загсына ул саҡтағы иң популяр «Москвич» автомобилендә һәм боронғо «Волга» оҙатыуында килеп етте. Тик был юлы автомобиль салонында ейәндәре, эргәләрендә һөйөклө балалары бар.

Алтын туйҙар билдәләү беҙҙең ғаилә йолаһы. Алыҫ 1983 йылда олатайым менән өләсәйем ҡалала алтын туйҙарын билдәләүселәр исемлеген асҡан. Олатайым балаларына ла алтын туйға тиклем йәшәргә тип васыят ҡалдырған. Бөгөн уның теләге тормошҡа ашты.

Регина Ғибәҙуллина

Атаһы менән әсәһенә загсҡа барыу өсөн ретроавтомобилдәр табыуын балалары сер итеп һаҡлаған. Көтөлмәгән бүләктән алтын юбилярҙар бынан 50 йыл элек булған туй көндәрен бөгөнгөләй күҙ алдына килтерҙе.

Элек туйға машиналарҙы улай уҡ матур биҙәмәйҙәр ине. Автомбилгә шарҙар бәйләнгәнен иҫләйем. Ләкин ул тап ошо төҫтәге «Москвич» ине.

Фәнүзә Ғибәҙуллина

Рәхмәт балаларыбыҙға. Беҙгә көтөлмәгән бүләк эшләнеләр. Бик иҫтәлекле көн. Ҡатыным - уң ҡулым. Шуға бөгөнгө тантаналы көндө дә ул минең уң яғымдан тора.

Альберт Ғибәҙуллин

Ярты быуат татыу ғүмер иткән Ғибәҙулиндар балаларына һәр яҡлап өлгө булған. Альберт Мөтиғулла улы Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау тармағы алдынғыһы, Фәнүзә Ибәтулла ҡыҙы Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе. Атаһынан күреп ҡыҙҙары Регина табип һөнәрен һайлаған. Ҡала загсында алтын юбилярҙар яҡындары менән бергә тулҡынландырғыс минуттар кисерҙе. Бәхетле парға Башҡортостан башлығы исеменән ҡотлау хаты һәм иҫтәлекле бүләк тапшырылды, изге телөктәр яңғыраны һәм әлбиттә, кейәү менән кәләш туй вальсында әйләнде. Күркәм ғаилә тарихы дауам итә.

Гөлдәриә Йосопова