Бөгөн еңел сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй

Башҡортостанда был тармаҡта  5 меңдән ашыу кеше эшләй, 300-гә яҡын предприятие бар. Быйыл беренсе кварталда Башҡортостан еңел сәнәғәт предприятиелары  3 миллиард  800 миллион  һумлыҡ  продукция етештергән, был уҙған йылдың ошо осорондағынан 400 миллион һумға күберәк.  Республика Башлығы Радий  Хәбиров  тармаҡ  хеҙмәткәрҙәрен байрам менән ҡотланы. -  Еңел  сәнәғәт өсөн  мөмкинлектәр мәле  етте.  Көнбайыштың күп брендтары  Рәсәй  баҙарынан китте, ошоноң менән файҙаланып ҡалырға кәрәк. Беҙ һәр яҡлап ярҙам итербеҙ, - тип  яҙа ул  социаль селтәрҙә.