Дауалау учреждениеһында Республика Башлығы Радий Хәбиров булды. Бинаны 1971 йылда төҙөгәндәр, унда 85 пациентҡа урын бар. - Стационарҙы тәртипкә килтерергә кәрәк, аҡса бүленәсәк. Эштәр быйыл уҡ башлана. Ремонтҡа тотонғас уны сифатлы итеп башҡарырға тейешбеҙ, - тине Радий Хәбиров.