Ул республика программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырылды. Быйыл 20 муниципалитеттың күп фатирлы 274 йорттоң 800-ләп подъезын тәртипкә килтереү күҙаллана. Мостай Кәрим урамындағы 45-се йорт мәҙәни объект исемлегенә ингән. Тиҫтәләрсә йыл ремонт күрмәгән подъездың түбәһе яңыртылған, ишек-тәҙрәләре алмаштырылған. Шулай уҡ энергияны экономиялаусы яҡтыртҡыстар, яңы почта йәшниктәре ҡуйылған. Сығымдар тулыһынса республика һәм муниципалитет ҡаҙнаһынан ҡапланған.
Күп ҡатлы йорт подъездарын комплекслы ремонтлау программаһы Республика башлығы ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырыла. Быйыл ошо маҡсатта 744 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Проект буйынса 5 йыл эсендә 7 мең ярымдан ашыу подъезд яңыртылған.