Радий Хәбиров халыҡты байрам менән ҡотланы

- Рәсәй көнө көслө, бөйөк берҙәм илебеҙҙең төп байрамдырының береһе. Тыуған илгә хеҙмәт итеүселәрҙең барыһын да ҡотлайым. Салауат Юлаевтың тыуыуына 269 йыл тулыуҙы билдәләйбеҙ. Халҡыбыҙҙың бөйөк геройын хөрмәтләп  иҫкә алабыҙ.  Бөгөн уның  вариҫтары  Тыуған ил өсөн көрәшә.  Шулай  уҡ  барыһын  да  баш ҡала  көнөн менән.  Киләһе йылда  Өфө 450 йыллығын билдәләй,  әле үк  ошо байрамға  ныҡлы  әҙерлек бара, - тип  яҙа  Радий  Хәбиров  социаль селтәрҙә. Республика Башлығы  бөгөн Өфөлә  Дуҫлыҡ  монументына һәм  Салауат Юлаев һәйкәленә   сәскә  һалды.