Радий Хәбиров республика халҡына Рәсәй көнө уңайынан ҡотлау хаты менән мөрәжәғәт итте

Рәсәй көнө - көслө, бөйөк һәм берҙәм илебеҙҙең төп байрамдарының береһе. Ошо һүҙҙәр менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республика халҡына Рәсәй көнө уңайынан ҡотлау хаты менән мөрәжәғәт итте.

Хөрмәтле ватандаштар! Барлыҡ республика халҡын Рәсәй көнө, халҡыбыҙ геройы Салауат Юлаев көндәре менән ихлас ҡотлайым!

Илебеҙҙең төп байрамын уның сәскә атыуына барлыҡ көсөн, белемен, хеҙмәтен һалыусылар, Тыуған ил яҙмышы өсөн дөйөм яуаплылыҡ тойоусылар билдәләй. Ул рәсәйлеләрҙең ябай булмаған һынауҙар алдында берләшеү символы булып тора.

Был байрамды беҙ лайыҡлы һөҙөмтәләр, ил киләсәге өсөн тулы ышаныс менән ҡаршылайбыҙ. Республикабыҙ, үҫешкән сәнәғәт, фән, мәғариф һәм мәҙәниәткә таянып, һиҙелерлек уңыштарға ирешә һәм ил ҡеүәтен нығытыуға тос өлөш индерә.

Бөгөнгө байрам беҙҙе өлкән быуындарҙың һәм хәҙерге заман геройҙары - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ҡаһарманлығы һәм ныҡлығына тиңләшергә саҡыра. Ошо уҡ көндәрҙә вариҫтар хәтерендә мәңгегә тыуған халҡына тоғролоҡ билдәһе булып ҡаласаҡ геройыбыҙ Салауат Юлаевтың 269 йыллығы билдәләнеүе лә тәрән мәғәнәгә эйә! Салауат вариҫтары сигенә белмәй! Хәрбиҙәребеҙгә теләктәшлек һәм сикһеҙ хөрмәт һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итәбеҙ! Уларҙың ғаиләләре һәм яҡындары тураһында хәстәрлек күрәсәкбеҙ, йәш быуынды лайыҡлы миҫалдарҙа тәрбиәләйәсәкбеҙ.

Шулай уҡ барлыҡ өфөләрҙе Ҡала көнө менән ҡотлайым! Юбилей датаһы - баш ҡалабыҙҙың 450 йыллығына аҙ ғына ваҡыт ҡалып бара. Өфө - хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы был байрамды яңы ҡаҙаныштар менән ҡаршыларға әҙерләнә.

Беҙҙең уртаҡ йортобоҙ - бөйөк Рәсәйҙең сәскә атыуын һәм тарихи ҡаҙаныштар теләйем!

Байрам менән, ҡәҙерле дуҫтар!»