Черниковка биҫтәһендә төҙөкләндерелгәндән һуң «Нефтехимиктар» мәҙәниәт һәм ял паркы сафҡа инде

Рәсәй һәм ҡала көнөнә Өфөнөң төньяҡ өлөшөндә йәшәүселәр ҙур бүләк алды. Черниковка биҫтәһендә төҙөкләндерелгәндән һуң «Нефтехимиктар» мәҙәниәт һәм ял паркы сафҡа инде. Халыҡтың шатлығын Республика Башлығы Радий Хәбиров та уртаҡлашты.

Бында ял итергә лә, күләмле сараларҙа ҡатнашырға ла йөрөгәндәр. Совет осоронда парк Черниковка халҡының иң яратҡан урыны була. Сөнки уны 1947 йылда урында йәшәүсе уҡыусылар, комсомолдар һәм хеҙмәтсәндәр үҙ көсө менән төҙөй. Ул ваҡытта парк «Победа» ҡала баҡсаһы тип атала.

Туҡһанынсы йылдарҙа парк ташландыҡ хәлдә ҡала. Әммә Черниковка халҡы яратҡан ял урындарының ҡайтанан төҙөлөрөнә өмөтөн өҙмәй. Былтыр урындағы халыҡ менән төбәк башлығы менән осрашты һәм паркты яңыртырға һүҙ бирҙе. Һәм бер йыл да үтмәй хыялдар тормошҡа ашты.

Радий Хәбиров байрам менән тәбрикләп ауыр осорҙа халыҡтың берләшеүенә рәхмәтен белдерҙе. Төбәк үҫешенә тос өлөш индереүе өсөн республика башлығы бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы. Махсус хәрби операцияла ҡаһарманлыҡ күрһәткән яҡташтарыбыҙ ҙа билдәләнде.

Радий Хәбиров төҙөкләндерелгән паркты ла ҡарап сыҡты. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, ул танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Заманса ял урындары, велосипед юлы, ә иң мөһиме йәшеллек. Балалар һәм спорт майҙансыҡтары хәүефһеҙ япма менән, ә тирә-йүнде видеоҡоролмалар күҙәтә.

Паркты яңыртыуға 400 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған. Ә бар үҙгәрештәр ҙә халыҡтың фекерен иҫәпкә алып башҡарылған.

Төҙөүселәр парктың Октябрҙең 40 йыллығы урамы яғынан юҡҡа сыҡҡан колонналы арканы ла тергеҙгән. Был ошондай архитектур ҡоролмаларҙы төҙөкләндереү буйынса тәүге тәжрибә. Радий Хәбиров әйтеүенсә, ул совет осорондағыһының күсермәһе кеүек. Тимәк, боронғо Өфөнөң бәләкәй генә бер киҫәге артабан да баш ҡала халҡын ҡыуандырып торасаҡ.

Флорида Ким