Хәрбиҙәрҙе Рәсәй көнө менән Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов һәм Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе коллективы ҡотланы. Вице-премьер шулай уҡ яҡташтарыбыҙҙың йәшәү шарттары менән танышты. 1 июндә Һамар өлкәһенә Радий Хәбиров килгәндән һуң күп кенә проблемалар ыңғай хәл ителгән. Хәрби әҙерлек үтеүсе Ватан һаҡсылары менән Илдар Байбулатов осрашты.
Июнь айында ла хәрбиҙәр мейес яғып йәшәргә мәжбүр. Был аңлашыла, сөнки һуңғы көндәрҙә Һамар өлкәһе һалҡын фронт тәьҫирендә ҡалған. Әлегә тиҫтәгә яҡын палатка буржуйка менән йылытыла. Командирҙар ир-егеттәрҙең кимәле лә, хәрби рухы ла юғары булыуын билдәләй. Бында 40 йәшлектәр ҙә, 50-не уҙған яугирҙар ҙа бар.
Июнь башында Һамар өлкәһендәге хәрби часткә Радий Хәбиров килгәйне. Мотоуҡсылар полкы менән осрашыуҙа яҡташтарыбыҙ үҙҙәрен борсоған проблемаларҙы атаны. Шуларҙың береһе һыҙлаған теште дауалау. Әле урында күсмә стоматология эшләй башлаған. Бынан тыш, ошонда уҡ Башҡортостанда ойошторолған медицина ротаһы хәрбиҙәргә сифатлы ярҙам күрһәтә.
Хәрбиҙәрҙе йәйге селләлә эсәр һыу мәсьәләһе лә борсоған. Әле был проблема тулыһынса хәл ителгән. Хәҙер улар һыуынды Салауат районының минераль һыуы менән ҡандыра.
Хәрбиҙәрҙе туҡландырыуға ла етди иғтибар бүленә. Көнөнә өс тапҡыр улар ҡайнар аш менән тәьмин ителә. Етмәгән осраҡта өҫтәмә порция ла алырға була.
Рәсәй көнө менән Ватан һаҡсыларын Радий Хәбиров тәбрикләне. Ҡотлау хатын вице-премьер Ирек Сәғитов уҡып ишеттерҙе. Төбәк башлығы яҡташтарыбыҙ хәрби бурыстарҙы үтәүгә әҙер булһын өсөн барыһы ла эшләнә тип билдәләгән. Шулай уҡ бөгөн мотоуҡсылар полкы өсөн байрам концерты ла ойошторолдо. Яугирҙарға тыуған яҡтың сәләменән һәм йөрәк йылыһын Стәрлетамаҡ артистары еткерҙе.
Башҡортостан мотоуҡсылар полкы яҡынса ике айҙан махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. Ә уға тиклем яҡташтарыбыҙ төрлө ут ҡоралдары менән эш итә, тактик күнегеүҙәрҙә ҡатнаша. Ә иртәгә яҡташтарыбыҙҙың хәрби әҙерлек кимәле менән танышыу өсөн оборона министры урынбаҫары килеүе көтөлә.
Илдар Байбулатов