Миәкә районы Илсеғол ауылында легендар Керчь ҡушаматлы аттың исеме мәңгеләштерелде. Быға тиклем төбәктә урындағы халыҡ көсө менән таҡтаташ асылһа, әле ул һәйкәл булып баҫты. Тарихи ваҡиға республика район-ҡалаларынан меңдәрсә кешене йыйҙы. Керчь - Бөйөк Ватан һуғышынан тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтҡан берҙән-бер яугир ат. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Илсеғолдар килгән халыҡты таҡмаҡ әйтеп кенә түгел, тотош башҡорт фольклорын сәхнәләштереп ҡаршы алды. Инде тиҫтәләрсә йыл күтәрелгән билдәле яугир аттың данын мәңгеләштереү хыялы тик бөгөн тормошҡа ашты. Был турала Сәрүәр Сурина авторлығындағы документаль әҫәр ҙә һөйләй. Буласаҡ һәйкәлгә нигеҙ ташы ла һалына. Әммә, ул тормошҡа ашмай, һүҙҙә генә ҡала килә. Былтыр ҡабаттан махсус комиссия төҙөлөп, эш тағы йәнләндерелә. Һәм бөгөн республика халҡы ил кимәлендәге тарихи ваҡиға шаһиты булды.
Тантана меңдәрсә кешене бергә йыйҙы. Сара илсеғолдар башланғысында тормошҡа ашырылды. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына Миәкә районы Илсеғол ауылынан 150 ат ебәрелә, улар араһында Керчь ҡушаматлы ҡарайғыр була. Малҡай Сталинградтан Берлинғаса барып етә. Керчтың яуҙаш хужаһы - Ибраһим Фәттәхов. Гвардия командиры Бөйөк Еңеү яҙынан һуң, яугир атты Башҡортостанға алып ҡайтырға тип маршал Семён Буденныйҙан рөхсәт һорай. Демобилизация алғас айғыр вагонда ҡайта. Туҡталыш һайын Керчты ҡарарға халыҡ йыйыла.
Һәйкәл авторы Илдус Закиров. Ул бик күп скульптор композициялар аша яҡшы таныш. Сираттағы күләмле эш ижади багажына өҫтәмә яңылыҡ та индергән.
Тантаналы сара Керчь урынлаштырылған майҙанда ғына түгел, ауыл мәҙәниәт йортонда ла дауам итте. Илшат Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры Мөнир Ҡунафиндың пьесаһы буйынса ҡуйылған «Ҡорос. Яугир ат яҙмышы» спектаклен сәхнәләштерҙе. Тарихи сығанаҡтарға таянып ижад ителгән әҫәр бер кемде лә битараф ҡалдырмаған. Сәхнә декорацияһы, актерҙарҙың уйнау оҫталығы ла тамашасы, театр тәнҡитселәре тарафынан да юғары баһаланған.
Керчтың исемен мәңгеләштереү тик бының менән генә сикләнмәйәсәк, ти илсеғолдар. «Ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән аттың тарихын бәйән иткән айырым музей булдырыу шуларҙың береһе. Эш бөгөн башланған да инде.
Азат Ғәлиуллин