«Рәсәй менән тыуғандар» фестивален быйыл Башҡортостандың милли симфоник оркестры башлап ебәрҙе

«Рәсәй менән тыуғандар» патриотик фестивален быйыл Башҡортостандың милли симфоник оркестры башлап ебәрҙе. Йыл һайын уҙғарылған күләмле музыка байрамының тәүге концерты Мәскәү консерваторияһында үтте. Фестиваль илдең төп байрамдарының береһе - Рәсәй көнөнә арналды.

Республиканың милли оркестры Рәсәйҙең мәҙәни асылын, илдең төп байлығы - күп милләтле халҡын сағылдырған әҫәрҙәр һайлаған. Тамашасыларға шулай уҡ «Урал батыр» симфоник картинаһы тәҡдим ителде. Баш дирижер, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Дмитрий Крюков уны композитор Хөсәйен Әхмәтовтың музыкаһы фрагменттарына таянып ижад иткән. Мәскәү тамашасыһына ул асыш булһа, илдең баш ҡалаһында йәшәүсе яҡташтарыбыҙға музыкаль күстәнәс.

Мәскәүҙә Башҡортостан артистарының сығыш яһауы яҡташтар өсөн һәр саҡ осрашыу майҙансығына әйләнә. Беҙ республика данын яҡлаусы милли оркестрыбыҙ менән хаҡлы ғорурланабыҙ. «Рәсәй менән тыуғандар» патриотик фестивален тап беҙҙең яҡташтар асып ебәреүе оло мәртәбә.

Ришат Халиҡов, Башҡортостандың, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле вазифаһын башҡарыусы

Мәскәү тамашасыһы Башҡортостандың милли симфоник оркестры менән күптәнге таныш һәм уның сығышын көтөп ала. Был юлы ла фестивалдә ҡатнашыусылар Өфө ҡунаҡтары сығышын юғары баһаланы.

Беҙҙең хеҙмәттәшлек былтыр башланды. Оркестр Еңеү көнөнә арналған унынсы халыҡ-ара фестивален йомғаҡлап, баш ҡала тамашасыһы күңелен әсир итте. Шуға ла беҙ быйыл оркестрҙы музыка байрамын асырға саҡырҙыҡ.

Александр Соловьев, «Рәсәй менән тыуғандар» фестиваленең художество етәксеһе