Асҡар Абдразаҡов Минскиҙа Рәсәй көнөнә арналған концертта сығыш яһаны

Байрам уңайынан ойошторолған ҙур сарала Рәсәй һәм Беларусь эстрадаһы артистары ҡатнашты. 30 меңгә яҡын тамашасыға Беларусиялағы Башҡортостан вәкиллеге республика тураһында видеояҙма тәҡдим итте. Улар июнь аҙағында Өфөлә үтәсәк 10-сы Рәсәй һәм Белорусь төбәктәре форумына саҡырылды. Туғандаш белорус халҡы өсөн Башҡортостандың халыҡ һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Асҡар Абдразаҡов йырланы.

Был ер минең өсөн изге, бында бик ҡунаҡсыл халыҡ, туғандарым, дуҫтарым, Ҙур театр солистары йәшәй. Ҙур ҡәнәғәтлек һәм тетрәнеү менән Совет йылдары йырҙарын башҡарҙым.

Асҡар Абдразаҡов, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы