Баймаҡ ҡалаһында Рәсәй көнө айҡанлы байрам тантанаһы үтте

Дәүләт байрағын кадет класының алдынғы уҡыусылары күтәрҙе. Был көндө ысын патриоттар - хәрби шарттарҙа илебеҙҙең мәнфәғәтен яҡлаусы яугирҙар, уларҙың ғаиләләренә айырыуса иғтибар бирелде. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Дамир Зәйруллин үһе һәләк булғандан һуң «Ҡаһарманлыҡ ордены» менән бүләкләнгән. Награда геройҙың ҡыҙы Раушаниә һәм тормош иптәше Гөлназ Зәйруллинаға тапшырылды.