Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәким Мортазин арабыҙҙан китте

48 йәшендә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәким Мортазин арабыҙҙан китте. Хәким Фәрит улы Мортазин 1975 йылдың 14 мартында Ейәнсура районы Яныбай ауылында тыуған. 1996 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған. 1997 йылда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры труппаһында эш башлай. Хәким Мортазин сәхнәлә үҙен сағыу, үҙенсәлекле ижадсы итеп таныта , БСТ һәм «Тамыр» телеканалдары телевизион фильмдарында төшә. 2010 йылда Хәким Мортазинға Башҡортостандың атҡаҙанған артисы тигән маҡтаулы исем бирелә.

Мәрхүм менән хушлашыу, иртәгә, 13 июндә сәғәт икелә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры бинаһында үтә. Хәким Мортазин 14 июндә Ейәнсура районында тыуған ауылы Яныбайҙа ерләнәсәк.