Өфөлә Рәсәй, Салауат Юлаев һәм ҡала көндәре сағыу салют менән тамамланды

Байрам уңайынан Рус драма театры алдында «Өфө - яратҡан ҡалам!» тип исемләнгән концерт үтте. Сәхнәлә «Фабрика» һәм «Корни» төркөмдәре сығыш яһаны. Тамашаны Ленин майҙаны өҫтөндә яңғыраған фейерверктар биҙәне. Салютты ҡарарға меңәрләп кеше йыйылғайны. Улар өсөн ҡала урамдары буйлап өҫтәмә йәмәғәт транспорты йөрөнө.