«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының хәрби әҙерлеген Рәсәй оборона министры урынбаҫары тикшерә

Бөгөн «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының хәрби әҙерлек кимәле менән Рәсәй оборона министры урынбаҫары таныша. Хәрбиҙәрҙе Рәсәй көнө менән Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов һәм Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе коллективы ҡотланы.

Июнь башында Һамар өлкәһендәге хәрби часткә Радий Хәбиров килгәйне. Мотоуҡсылар полкы менән осрашыуҙа яҡташтарыбыҙ үҙҙәрен борсоған проблемаларҙы атаны. Шуларҙың береһе һыҙлаған теште дауалау. Әле урында күсмә стоматология эшләй башлаған. Бынан тыш, ошонда уҡ Башҡортостанда ойошторолған медицина ротаһы хәрбиҙәргә сифатлы ярҙам күрһәтә.

Рәсәй көнө менән Ватан һаҡсыларын Радий Хәбиров тәбрикләне. Ҡотлау хатын вице-премьер Ирек Сәғитов уҡып ишеттерҙе. Төбәк башлығы яҡташтарыбыҙ хәрби бурыстарҙы үтәүгә әҙер булһын өсөн барыһы ла эшләнә тип билдәләгән. Шулай уҡ бөгөн мотоуҡсылар полкы өсөн байрам концерты ла ойошторолдо. Яугирҙарға тыуған яҡтың сәләменән һәм йөрәк йылыһын Стәрлетамаҡ артистары еткерҙе.