Күңелле йыр-бейеүҙәр, милли уйындар, лайыҡлы наградалар - байрам сараларға бай булды. Райондарҙың береһендә хатта, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә мемориаль комплекс асылды. Ентекләберәк киләһе яҙмала.
Байрамдың бәләкәй ҡунаҡтарын сәхнәләге әүҙемлек ҡыҙыҡһындырмай. Балаларҙың төп иғтибары буяу таҫмаһына йүнәлтелгән. Тиҫтәләгән малай-ҡыҙҙар ҡулдарына фломастер, төҫлө ҡәләм, буяуҙар алып майҙанға атлыға. 27 метрлыҡ буяу һүрәтен урындағы рәссам яһаған.
Буяу таҫмаһының авторы - рәссам һәм дизайнер Валерий Иванов. Ул ижади ҡаҙаныштары өсөн Сибай ҡала хакимиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Ошондай уҡ награда менән сауҙа өлкәһе хеҙмәткәрҙәре лә билдәләнде. Байрам милли моңдар, күңелле бейеүҙәр менән үрелеп барҙы. Ә «Инвестһабантуй»ҙаУрал аръяғының иң көслө кешеһе тип танылған батырға башҡорт тоҡомло ат бүләк ителде.
Ишембайҙағы тантана үҫмерҙәргә паспорт тапшырыу менән үҙенсәлекле булды. Йәштәргә төп документ ҡала майҙанында тапшырылды. Ошонда уҡ «Әсәлек даны» миҙалы менән 5 бала тәрбиәләүсе Олеся Дементьева бүләкләнде. Рәсми сараларҙан һуң, сәхнәгә ҡаланың үҙешмәкәр коллективтары күтәрелде.
Ә Шаран районы Шаранбаш-Кенәз ауылында байрам уңайынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә мемориал асылды. ауыл халҡы иҫәбенә төҙөлгән комплекста 320 һалдаттың исеме мәңгеләштерелгән. Һәр майҙанда ла илде һаҡлау, ҡәҙерләү тураһында ҡеүәтле һүҙҙәр яңғыраны. Бөтә республика, Рәсәй буйынса...
Рәзилә Ғиниәтуллина