Иртәгә баш ҡалала матбуғатҡа яҙылыу көнө уҙа

Матбуғат йорто алдындағы майҙанда баҫмаларға яҙылырға мөмкин, шунда уҡ квитанциялар буйынса бүләктәр уйнатыла. «Китап» нәшриәте бай күргәҙмә тәҡдим итә, ошонда уҡ халыҡ кәсептәре әйберҙәре һатыла. Байрам ҡунаҡтары бай йөкмәткеле концерт ҡарай ала.