Ер өҫтө үткәүелендә музыкаль мәктәп. Март айында үҙ ишектәрен асҡан Өфөнөң Жуков урамы йәйәүлеләр үткәүелендәге музыка мәктәбе сәнғәт донъяһына саҡыра.
Ул Өфөлә 2020 йылдан эшләп килгән мәктәптең филиалы. Проект баш ҡала хакимиәтендә «Инвестиция сәғәте»ндә хуплау тапҡан. Уҡыу бүлмәләре дүрт ҡатты биләй, бинаға ремонт яһалған. Ижади майҙансыҡта теләгән һәр кем музыка серҙәренә төшөнә ала.