Радий Хәбиров райондар башлыҡтарына стелаларҙы тәртипкә килтерергә ҡушты

Майлы сүлмәк ҡапҡасынан билдәле тигәндәй Республика Башлығының сираттағы аҙналыҡ оперативкаһы башлыса йәмәғәт урындары, ихаталар бөхтәлегенә арналды. Радий Хәбиров «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты һәм «Башҡортостан ихаталары» программаһының үтәлеше менән ҡыҙыҡһынды. Шулай уҡ райондарҙың визит карточкаһы - стела торошона ла иғтибар итте. Ҡайһы бер муниципалитеттарҙа улар таушалып бөткән. Төбәк етәксеһенең был хәлгә ҡарашы киләһе материалда.

Мораҡта ла тиҙҙән скейтта елдерәсәктәр. Бының өсөн әле ауыл уртаһында парк төҙөлә. «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» проекты тип аталһа ла ауылға ла өлөш төшкән. 9 миллион һумға буш торған урынды заманса паркҡа әйләндереү эше бара.

«Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» проекты сиктәрендә барлыҡ муниципалитеттарҙа ла 123 йәмәғәт урынын төҙөкләндереү бара. Ошо маҡсатта федераль ҡаҙнанан 1 миллиард 200 миллион һум бүленгән. Аҡсаларҙы тулыһынса үҙләштереү өсөн йәмәғәт урындарын тәртипкә килтереү эшен октябргә тиклем тамамлау бурысы ҡуйылған.

Йәмәғәт урындары менән бер рәттән Башҡортостанда ихаталар ҙа яңыртыла. Был иһә республиканың үҙ программаһы һәм уны тормошҡа ашырыуға ла төбәк ҡаҙнаһы миллиард һумдан ашыу аҡса бүлгән. Эш әле 40 процентҡа теүәлләнгән. Шулай ҙа Радий Хәбиров программаны киләһе йылда ла дауам итеү үҙенсәлектәре менән ҡыҙыҡһынды.

Төҙөү бер, йәмәғәт урындарын тәртиптә тотоу ҙа етди мәсьәлә. Баш ҡалала ғына 99 йәмәғәт урыны объекты һанала. Уларҙың дөйөм күләме 5 миллион квадрат метр. Парк һәм скверҙарҙы 30 саҡрымға һуҙылған ҡыуаҡлыҡ уратып алһа, ҙур ағастар һаны 70 меңдән аша. Ратмир Мәүлиев был йәшел хужалыҡты тәртиптә тотоу серҙәре менән бүлеште.

Ләкин һәр район да бөхтәлеге менән маҡтана алмай. Радий Хәбиров муниципалитеттар сигендәге стелаларға иғтибар итте. Ҡайһы бер район башлыҡтары өсөн уларҙың торошо эш һөҙөмтәлелеге күрһәткесе, тине ул.

Төбәк етәксеһе етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн район башлыҡтарына ваҡыт бирҙе. Һуңынан был мәсьәлә оперативкала тағы күтәреләсәк. Бурысты үтәмәүсе етәкселәр ҙур экранға сығаралып киң тамашаға фаш ителәсәк, тине республика башлығы.

Айнур Кәбиров