Стәрлетамаҡта махсус хәрби операцияла һәләк булған десант-штурмлау ротаһы командиры, гвардия өлкән лейтенант Дмитрий Загребин менән хушлаштылар. Геройҙы һуңғы юлға оҙатырға туғандары, яҡындары, хеҙмәттәштәре, дуҫтары йыйылды. Хушлашыу митингында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһы.
Ул һуңғы һулышына тиклем хәрби бурысына һәм антына тоғро ҡалды, тип хәтерләй яугирҙы хеҙмәттәштәре. Яҡташыбыҙ Дмитрий Загребиндың ғүмере тигеҙ булмаған алышта өҙөлә. Ҡаһарман улын һуңғы юлға оҙатырға ҡала халҡы, туғандары, дуҫтары йыйылды. Матәм сараһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.
Стәрлетамаҡтағы 4-се мәктәптең кадет класын тамамлағандан һуң, Дмитрий үҙенең хыялына тоғро ҡала һәм Рязань юғары һауа-десант команда училищеһына уҡырға инә. Шул саҡтан уҡ Ватанды һаҡлауҙы - берҙән-бер һөнәр итеп һайлай. 28 йәшенә байтаҡ хәрби тәжрибә туплап өлгөрә. Улан-Удэлағы десант-штурмлау бригадаһында хеҙмәт итә. Сүриә Ғәрәп республикаһындағы хәрби операцияла ҡатнаша. Махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән алып алғы һыҙыҡта ил именлеге өсөн көрәшә.
Тиҫтерҙәренән ҡыйыулығы һәм тырышлығы менән айырылып торҙо, тип хәтерләй класс етәксеһе Екатерина Бильда.
Башҡортостан башлығы яҡташыбыҙҙың ғаиләһенә генерал Шайморатов орденын тапшырҙы. Ил Президенты указы менән Дмитрий Загребин һәләк булғандан һуң тағы бер «Ҡаһарманлыҡ ордены» менән бүләкләнгән. Награданы гвардия майоры Айҙар Әүхәҙиев тапшырҙы. Стәрлетамаҡтар ҡаһарман улының исемен мәңгеләштерергә, герой уҡыған мәктәптең кадет класына уның исемен бирергә теләй.
Әлфинә Килдейәрова