Баҫыу батырҙарын тәбрикләү менән бер рәттән райондаштар Кинйә абыҙҙың шәжәрәһен барланы, төбәк үҫешенә Арыҫлановтар нәҫеле индергән өлөшкә байҡау яһаны.
Бошман-Ҡыпсаҡ волосы старшинаһы Кинйә Арыҫлановтың тирә-яҡта абыҙ тигән даны тарала. Был исем уның уҡымышлы булыуына ишаралай. Кинйә Арыҫланов Ҡөръәнде яҡшы белгән, ғәрәп, иҫке төрки һәм рус телдәрендә иркен аралашҡан. Халҡыбыҙҙың абруйлы шәхесе Пугачев ставкаһына ҡушылғас та баш күтәреүселәр уны йәшерен совет составына индерә һәм баш полковник дәрәжәһенә тиклем күтәрә. Тарихи сығанаҡтарҙан күренеүенсә, Пугачевтың рус булмаған халыҡтарға сығарған бөтә мөрәжәғәт һәм фармандары тап Кинйә Арыҫлановтың ҡулы менән яҙыла.
Быйыл Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына 300 йыл тула. Юбилей йылының саралар шәлкеме Көйөргәҙе районы Кинйә Абыҙ ауылы эргәһендә ойошторолған һабантуйҙан башланды.
Кинйә абыҙ ауылын батырҙар төйәге тип һис тә икеләнмәйсә әйтергә мөмкин. Төбәктән өс Советтар Союзы Геройы сыҡҡан.
Көйәргәҙе районында йәштәр ҙә Кинйә Арыҫланов рухында тәрбиәләнә. Һабантуй майҙанында уның исемендәге премия һәм юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр тәбрикләнде.
Кинйә абыҙ ерендә һабантуй гөрләп уҙҙы. Ат сабышы, көрәш, уҡ атыу кеүек ярыштар менән бер рәттән, һырғауылға үрмәләүсе йәштәр ҙә үҙ көсөн һынап ҡараны.
Кинйә Арыҫланов халҡыбыҙҙың данын күтәргән арҙаҡлы шәхестәрҙең береһе. Уның исеме быуаттар аша үтеп, бөгөнгө йәштәребеҙгә лә маяҡ булып тора.
Рафиҡ Әхмәтшин