Өфөлә медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған еңел атлетика кросы уҙҙы

Спорт сараһында республика медицина учреждениеларынан 59 команда, 350 - нән ашыу тармаҡ хеҙмәткәре йыйылды. Төрлө йәш категорияһында ир - егеттәр 1 саҡрым, ҡатын-ҡыҙҙар 500 метр арауыҡҡа йүгерҙе. Белорет үҙәк район клиник дауаханаһы командаһы алтын, Стәрлетамаҡтың һаулыҡ һаҡлау йыйылмаһы көмөш миҙал яуланы. Ә Бөрө табиптары ике мәрәйгә генә ҡалышып, бронзаға лайыҡ булды.