Августа Өфөлә Континенталь лигала миҙгел алды турниры уҙа. Унда майҙан хужалары – “Салауат Юлаев”, Екатеринбургтан “Автомобилист”, Магнитогорскиҙан “Металлург” һәм Мәскәүҙән “Динамо” клубтары ҡатнаша. Былтыр миҙгел алды турнирында шулай уҡ 4 команда сығыш яһаны. Унда Өфө хоккейсылары Башҡортостан кубогын яуланы.