Башҡортостанда 1 июлдән яңы инвестиция ҡануниәте үҙ көсөнә инә

Оператив кәңәшмәлә Республика Башлығы Радий Хәбиров программа үҙенсәлектәре менән таныштырҙы. Уҙған аҙнала Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшева килде. Ул яңы программаға ыңғай баһа бирҙе. Радий Хәбиров әйтеүенсә, бизнесҡа республикаға инвестициялар йәлеп итеү еңелерәк һәм уңайлыраҡ буласаҡ.

Инвестицияларҙы яҡлау һәм дәртләндереү программаһы менән Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында киңерәк таныштырыу ҡарала. Хөкүмәт премьер-министрыныңы беренсе урынбаҫары - Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдереүенсә, ярты йыл дауамында программа өҫтөндә ентекле эш алып барылды. Ул 1 июлдән ғәмәлгә инә.