«Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» программаһы буйынса мәшғүллек йүнәлеше лә ҡаралған. Бының өсөн республикаға 23 миллион һум бүленә. Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, дәүләт ярҙамына фермерҙар һәм агросәнәғәт ойошмалары йәштәрҙе эшкә йәлеп итә йәки хеҙмәткәрҙәрен яңынан уҡыта ала. Былтыр 500-гә яҡын кеше ошондай мөмкинлек менән файҙаланған. Программа быйыл да ғәмәлдә.