Өфөлә беренсел медицина ярҙамын модернизациялау буйынса программа эшләй башлай

Ул киләһе йылдан ғәмәлгә инә һәм 5 йылға иҫәпләнгән. Был турала Башҡортостан Башлығы бөгөн «Сәләмәтәлек сәғәтендә белдерҙе. Һаулыҡ һаҡлау тармағына арналған кәңәшмә Өфөнөң Затон биҫтәһендәге яңы поликлиникала уҙҙы. Медицина учреждениеһы киләһе аҙнала тәүге пациенттарын ҡабул итәсәк. Уңайлы проект буйынса зауыҡлы итеп төҙөлгән һәм заманса йыһазландырылған объектта БЮТ ижади төркөмө лә булды. БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Заманса ҡоролмалар, яҡты, иркен кабинеттар, зауыҡлы биҙәлеш. Медицина хеҙмәткәрҙәре үҙҙәрен әкиәт донъяһына эләккән һымаҡ хис итә. Сөнки үҙ һөнәреңдең оҫтаһы булған хәлдә лә, сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн уңайлы шарттар талап ителә. Заманса технологиялар иһә диагноздарҙы асыҡлағанда иң төп ярҙамсы.

Яңы медицина учреждениеһы өлкәндәр, балалар поликлиникаһын, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһын үҙ эсенә ала. Ул тәүлегенә 900 пациентты ҡабул итеүгә иҫәпләнгән. Табиптар әйтеүенсә, заманса шаттар хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртасаҡ. Яңы ҡоролммаларҙа эшләү буйынса курстар ҙа ойошторолған.

Компьютер томографияһы, маммограф, рентген, ультратауыш ҡоролмалары. Поликлиникала тулы диагностика үтеү өсөн бөтә шарттар бар. Иң мөһиме ул кадрҙар менән тулыһынса тәьмин ителгән. Хатта әлегә тиклем түләүле клиникаларҙа ғына ҡаралған тикшереүҙәрҙе үтергә мөмкин. Мәҫәлән, аллергия төрҙәрен йәки нәҫел буйынса килгән тән ауырыуҙарын асыҡлау. Ә әлеге заманса донъяла һәр кеше ошо сирҙәрҙән яфалана.

Яңы объект 13 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанды биләй. йәғни ғәмәлдәге поликлиникаларҙан яҡынса 5 тапҡырға ҙурыраҡ.

Затондағы поликлиниканы Өфөнөң иң заманса медицина учреждениеларының береһе тип атарға мөмкин, йыһазландырыу кимәле менән генә түгел, хәүефһеҙлек талаптары буйынса ла. Күреүегеҙсә, баҫҡыстар майҙансығындағы йылытыу ҡоролмаһы аҫта түгел, бейеккә беркетелгән. Был ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә тығын барлыҡҡа килгәндә кеше эләгеп йығылмаһын өсөн. Ә сигнализация ишетеү һәләтен юғалтҡан кешеләр өсөн дә иҫәпләнгән, хәүефле осраҡта уларҙың аппаратына махсус ультратауышлы сигнал килә.

Затон биҫтәһе халҡы поликлиниканы түҙемһеҙлек менән көтөп алған, сөнки Өфөнөң был өлөшө йылдам үҫешә, яңы медицина учреждениеһына ихтыяж ҙур. Поликлиника 41 мең тирәһе кешене хеҙмәтләндерәсәк.

Баш ҡалала поликлиникалар төҙөү, иҫкеләрен төҙөкләндереү артабан да дауам итәсәк. Затон поликлиникаһында уҙған «Сәләмәтлек» сәғәтендә Радий Хәбиров Өфөлә беренсел медицина ярҙамын модернизациялау буйынса программа эшләй башлауы хаҡында белдерҙе.

Дим, Инорс, Сипайлово биҫтәһендә беренсел медицина учреждениеларна ихтыяж ҙур Киләсәктә иғтибарҙы ошо райондарға йүнәлтеү ҡарала. Белгестәр фекеренсә, поликлиникаларҙың эшмәкәрлеген камиллаштыру бик мөһим, сөнки халыҡ тәү сиратта ошо учреждениеларға мөрәжәғәт итә.

Өфөнөң беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү объекттарын яңыртыу программаһы киләһе йылдан ғәмәлгә инә. Ул 5 йылға иҫәпләнгән.

Сәләмәтлек сәғәтендә баш ҡаланың медицина системаһын борсоған һорауҙар ҙа ҡаралды. Тәү сиратта хәл ителергә тейешле пункттар билдәләнде. Проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшеү, хәл итеү- юлдарын билдәләү үҙ һөҙөмтәһен бирә. Затондағы заманса поликлиника шуға асыҡ дәлил.

Рәмзиә Кәримова