Йылдағыса хеҙмәт алдынғылары Рәсәй һәм Башҡортостан журналистары союздарының Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде, «Башҡортостан патриоты» конкурсына йомғаҡ яһалды. Журналистар берлеге сафына инеүселәргә билеттар тапшырылды. Байрамға килеүселәр өсөн республика матубғат сараларына яҙылыу ойошторолдо.