Өфөнөң Дим биҫтәһендәге 20-се һайлау участкаһы Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжында урынлашҡан. Бөгөн кампанияны ойоштороуҙа ҡатнашыусылар тәүге йыйылыш уҙғарҙы. Унда комиссия рәйесе урынбаҫары һәм сәркәтибе һайланды. Комиссия составында һигеҙ сәйәси партия вәкиле иҫәпләнә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл 10 сентябрҙә Берҙәм тауыш биреү көнөндә Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға депутаттар һайланасаҡ.